Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Әселеген һиҙмәй елдәрҙең
Әле булһа һағынып иҫкә алам
Рәхәтлеген бергә мәлдәрҙең.
Әниемдең самауырға һалған
Күмерҙәре лә бит ваҡ ине,
Тормош ауырлығын күтәрһә лә
Күңелкәйе уның паҡ ине.
Шаҡарып ла бәйләп аҡ яулығын
Ҡулдарына алып салғыһын
Ҡолас йәйеп бесән саба ине
Эстән генә көйләп йырҙарын.
Әле генә кеүек бала сағым
Ҡолонсаҡтай сапҡан болонда,
Ситтән генә әней ҡарай төҫлө
Бесән сапҡан кесе ҡыҙына.
Йылдар үткән һайын һағынам
Ҡуйыныңдың Әней йылыһын,
Көҙгөләргә ҡарап уйға ҡалам
Миңә күскән һинең буй һының.
Закира Ганиева.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев